«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Йәшлек» менән бергә булайыҡ!



18.06.2011 «Йәшлек» менән бергә булайыҡ!

Башҡортостаныбыҙҙа сыҡҡан барлыҡ баҫмаларҙы ла яратам, ә шулай ҙа, иң яратҡаным, күңелемә яҡыны – «Йәшлек».
«Йәшлек» менән  бергә булайыҡ!Яратҡан баҫмам өйҙә лә, эштә лә, юлда ла һәр саҡ минең менән. Унан бер генә көнгә лә айырылғаным юҡ. Дуҫтарым, яҡындарым да «Йәш­лек»кә тоғро икәнемде, унһыҙ йәшәй алмауымды белә. Минән күреп, күптәре гәзитте яҙҙырып йә һатып алып уҡый башланы, бай йөкмәткеле баҫма күптәрҙең күңеленә хуш килде.
Гәзитте уҡымлы, ҡыҙыҡлы итеп сығарыуға күп көс һалған йәшлектәргә ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Үҙ эшен тырышып, яратып башҡарғандарҙың хеҙмәт емеше ул «Йәшлек». Редакция хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа яҡын, улар һәр ваҡыт үҙ уҡыусылары менән осрашып, аралашып йәшәй. Шулай булмай ни, тағы ҡайһы гәзиттең журналистары ҡыштың сатнама һыуыҡ көнөндә ауыл ерендә көн итеүсе уҡыусыһының баҡсаһында ҡар тотоп, ә йәйен миндек бәйләшеп йөрөй? ҡыштың зәһәр һыуығы ла, ҡар-бураны ла ҡурҡытмай уларҙы, Өфө урамдарына сығып, халыҡты «Йәшлек»ле итергә лә, саңғыла, тимераяҡта шыуып ял итергә лә өлгөрәләр.
Шул уҡ «Йәшлек»тәр журналист һөнәрҙәрен алмаштырып, бүтән һөнәр эйәләре – йә урам һепереүсе, йә хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре булып китәләр. Нимә генә эшләһәләр ҙә үҙҙәренә килешеп тора.
Гәзиттең үҙ хәбәрсеһе Сибәғәт ағай Рахманғолов, һөнәрен алмаштырып, Себер тарафтарына сығып киткәс, бер аҙ аптырағайным. Май айында Мәләүездә уҙған Матбуғат байрамында миңә уның менән күрешеп, аралашыу бәхете тейҙе. Ағайҙың етеҙлегенә һоҡланып, иҫем китеп ҡарап ултырҙым. Атлап түгел, йүгереп йөрөй. Егеттәрең ары торһон. Ошондай журналистары булғанда, йәшәр әле «Йәшлек», тип яратҡан баҫмам өсөн ҡыуанып ҡуйҙым.
Хәҙер берәйһе килеп, Сибәғәт ағайың Африкала йөрөй икән бит тиһә лә, аптырайһым юҡ.
Булдырырҙар «Йәшлек»тәр, тип кенә ҡуйырмын, күҙ генә теймәһен үҙҙәренә. Артабан да беҙҙе – үҙ уҡыу­сыларын ҡыуандырып, шулай янып-көйөп, иҫән-һау эшләргә яҙһын һеҙгә.
«Йәшлек»тең йөкмәткеһен байытыуға, уның абруйын күтәреүгә тос өлөш индергән Башҡортостанда һәм унан ситтә йәшәүсе милләттәштәремә лә йөрәгемдән сыҡҡан рәхмәтемде еткергем килә. Гәзитте уҡыған һайын үҙ халҡыма булған ихтирамым, һөйөүем тағы ла арта, арабыҙҙа күркәм холоҡло кешеләр, башҡаларға өлгө булып торорлоҡ дан ғаиләләр, тырыш, булдыҡлы йәштәр, ижадҡа, матурлыҡҡа ғашиҡтар күп булыуы ҡыуандыра.
Гәзитебеҙгә даими яҙышып тороу­сы әүҙем авторҙарҙың булыуы бик ҡыуаныслы хәл. Мине иң һоҡландыр­ғаны – ауылдарҙа йәшәп ижад итеүселәр. ҡояштан алда тороп, ҡараңғы төнгәсә ауыр ерендә бил бөгөүселәр, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш-мәшәҡәттәре араһында ваҡыт табып, шиғыр, таҡмаҡ, көләмәс йә хикәйә яҙып ултыра икән, уларға «афарин» тиергә генә ҡала. Ысынлап та, «Йәшлек»тең берәй конкурс иғлан итеүе була, халыҡ уны шундуҡ дәррәү күтәреп ала. Бигерәк тә ауылдарҙа көн итеүселәр бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша.
Уларҙың күңелдәре саф, яҡты булған кеүек, яҙған мәҡәләләре лә ниндәйҙер йылылыҡ бөркөп тора. Яҙғандарын рәхәтләнеп, кинәнеп уҡыйһың. Артабан да шулай яҙышып торһондар, гәзиттән айырылмаһындар ине.
Шәхсән үҙем «Йәшлек» менән бергә булыуыма шатмын, нәҡ уның аша үҙемә дуҫтар, фекерҙәштәр таптым. Улар менән аралашып йәшәйем, эсем бошоп, ҡулыма эш бармаған саҡтарымда гәзитте уҡыһам, артабан йәшәүгә көс алғандай булам. Күңелемә, рухыма яҡын баҫма ул – «Йәшлек».
Дәртһеҙҙәргә – дәрт, көсһөҙҙәргә көс биреп, уйһыҙҙарҙы уйландырып, ҡотһоҙҙарға – ҡот, рухһыҙҙарға рух өҫтәп, тормошобоҙҙо йәмләп тороу­сы гәзитебеҙ барҙа, әлеге ауыр, ҡатмарлы заманға, ваҡыт йәки аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, «Йәшлек»һеҙ ҡалмайыҡ, дуҫтар. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға