«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Нурул Ислам» мәҙрәсәһе яңы 2011–2012 уҡыу йылына шәкерттәр ҡабул итә



04.06.2011 «Нурул Ислам» мәҙрәсәһе яңы 2011–2012 уҡыу йылына шәкерттәр ҡабул итә

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының урта һөнәри дини белем биреүсе «Нурул Ислам» мәҙрәсәһе (Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында урынлашҡан) 2006 йылдан рәсми рәүештә эшләй. Юстиция министрлығында (1060200011376 һаны менән 30.05.06) теркәү үтте һәм Мәғариф министрлығының дәүләт лицензияһын (А серияһы 256602 һаны менән 24.12.07) алды.
Мәҙрәсәлә белем алыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу рәүешендә ойошторола. Уҡыу һәм йәшәү түләүһеҙ. Имам-хатип, мәзин, мөғәллимдәрҙең квалификацияһын күтәреү эше алып барыла.
Көндөҙгө бүлекте уңышлы тамамлаған шәкерттәргә диплом һәм урта белем алыу тураһында аттестат бирелә.
Мәҙрәсәлә уҡырға теләүселәрҙән 12 июндән 30 авгусҡа тиклем документтар ҡабул ителә. Көндөҙгө бүлеккә 9-сы һәм 11-се синыфты тамамлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр саҡырыла. ҡабул итеү – әңгәмәләшеү нигеҙендә.
Ғариза менән бергә: белем алыу тураһында документ, автобиография, паспорттың күсермәһе, 086-У формаһындағы медицина белешмәһе, хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһе (булған осраҡта), 3х4 см ҙурлығындағы алты фото, уҡыу йәки эш урынынан характеристика, хәрби билет йәки теркәү таныҡлығы.
Уҡыу ваҡытына ир-егеттәргә хәрби хеҙмәттән кисектереү бирелә.

Адресы: БР, Октябрьский ҡалаһы, Комсомол урамы, 22-се йорт («16-сы мәктәп» туҡталышы).
Белешмәләр өсөн тел./факс: 8(34767) 6-69-64.

Кеҫә телефоны: 89279668705 – имам-мөхтәсиб Мәүлемйән хәҙрәт Сибғәтуллин.
Электрон адрес: medrese­­_nurul- islam@mail.ru

Сайт: www.oktmedrese.ru
Банковские реквизиты:
РО ДОУ медресе «Нуруль Ислам»
ИНН 0265028192/026501001
р/с 40703810925000000375
БИК 048073891
к/с 30101810000000000891
ОАО «ИнвестКапиталБанк».
Айнур хәҙрәт СИБҒӘТУЛЛИН,
«Нурул Ислам» мәҙрәсәһе ректоры.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға