«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Торатауҙы һаҡлайыҡ



10.09.2010 Торатауҙы һаҡлайыҡ

Торатауҙы һаҡлайыҡТоратау – башҡорттарҙың изге тауы һанала. Ул БАССР министрҙар Советының 1965 йылдың 17 авгусындағы ҡарары менән тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. Тау 250 млн йыл элек барлыҡҡа килгән. Бына ошо байлығыбыҙға ҡул һуҙалар. Стәрлетамаҡтың «Сода» йәмғиәте уны сеймал итеп ҡулланмаҡсы. Нисәмә йылдар Башҡортостаныбыҙға йәм биреп торған изге урыныбыҙҙан яҙҙырмаҡсылар. Торатауҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында унда быйыл «Ырыуҙар ташы» мемориал комплексына нигеҙ ташы ла һалынғайны. Кемдәрҙер был эшкә етди ҡарамай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге 18 сентябрҙә Торатауыбыҙ яҙмышына битараф түгелдәрҙе тау янына саҡыра. Сәғәт 12-лә пикет буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға