«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзитебеҙгә яҙылып, «Йәшлек»-фараз»да ҡатнашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ



14.06.2011 Гәзитебеҙгә яҙылып, «Йәшлек»-фараз»да ҡатнашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ

ҡәҙерле дуҫтар, быйылғы йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы тамамланыуға ни бары бер генә аҙна ваҡыт ҡалды. Әлбиттә, әлеге мәлдә ауылда ҡылды ҡырҡҡа ярыр мәл: йәшелсә баҡсаларындағы сүп-сарҙы, ям­ғырҙар­ҙан һуң дәррәү күтәрелгән картуфты утайһы бар. Шулай ҙа эш менән мауығып, рухи тормошоғоҙ тураһында ла онотоп ебәрмәгеҙ – яратҡан «Йәшлек» гәзитенә квитанция тултырып, беҙҙең «Йәшлек» – фараз» конкурсында ҡатнашығыҙ.
Уның шарттары ябай ғына.
Гәзитебеҙгә иң беренселәр­ҙән булып яҙылып, тиражын мөмкин тиклем дөрөҫ күҙаллаған тәүге 50 ке­шене, һәр ваҡыттағыса, бүләктәр һәм ҡыҙыҡлы сюрприз көтә. Тик бының өсөн әлеге һанда ба­ҫылып сыҡҡан купонды ентекләп тултырып, тиҙерәк редакцияға ебәреүегеҙ һорала. Ку­понға, иң мөһиме, киләһе ярты йыллыҡҡа гәзитебеҙҙең тиражы күпме буласағын фаразлаған һандар­ҙы, исем-шәрифегеҙҙе һәм теүәл адресығыҙҙы, хатта телефон номер­ҙарығыҙҙы (өй­ҙөкө лә, кеҫәнеке лә ярай) яҙып ебәреүегеҙ мотлаҡ.

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Кемдер әйтмешләй, аҡса күпме булһа ла етмәй. Өҫтәүенә, ул иҫәп тә ярата. Бына шундай һәр тиндең ҡәҙерен белеүсе кешеләр өсөн гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡтары бер ни тиклем кәметелде.
Бөгөн 80148 индекслы (шишәмбе һәм шәмбе һандары) гәзитебеҙгә 351 һум 72 тингә (371 һум 22 тин ине), шәмбе һанына 294 һум 18 тингә (302 һум 16 тин ине) яҙылырға мөмкин.
Беҙ иһә тоғро дуҫтарыбыҙҙы киләсәктә яңынан-яңы ҡыҙыҡлы темалар, конкурстар, рубрикалар менән ҡыуандырасаҡбыҙ.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға