07.06.2011 Беренсе урынға – 4000 һум!
Хат ташыусылар, еңегеҙҙе һыҙғанығыҙ! Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы барышында тоғро дуҫтарыбыҙ – почтальондарҙы тағы ла әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ. Һеҙҙең өсөн, тик һеҙҙең өсөн генә үҙенсәлекле конкурс иғлан ителде: республика баҫмаларына иң күп яҙылыу ойоштороусылар аҡсалата приз менән бүләкләнәсәк. Уның күләме I урын өсөн – 4000, II урынға – 3000, III урынға – 2000 һум.
Конкурста ҡатнашыу өсөн
– «Республика матбуғаты. Яҙылыу кампанияһы − 2011» каталогын алырға;
– 8-800-347-1120 телефоны буйынса теркәлергә;
– каталогтың махсус бүлегендәге ведомость ҡағыҙын тултырырға;
– ведомосты 5 июлгә тиклем конкурсты ойоштороу вәкиленә тапшырырға кәрәк.
Конкурстың барышы һәм һөҙөмтәләре менән район гәзитендә йәки «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында (www bashinfоrm.ru) танышырға мөмкин.