«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыуға төшкәндәй ғәйеп булған



01.06.2011 Һыуға төшкәндәй ғәйеп булған

Благовещендағы Асеевтар ғаиләһе бөгөн ҡара ҡайғыларға батып, билдәһеҙлектә йәшәй. Улар 9 йәшлек ҡыҙҙары Дарьяны ҡайҙан табырға ла белмәй.30 май көндө кис ҡыҙ ихатала уйнап йөрөгән еренән ғәйеп була. Был вакытта өләсәһе баҡсала түтәлдәргә һыу һибеп йөрөй.Күҙ асып йомған арала баланың ғәйеп булыуы ололарҙы аптырата.Өләсәй туғандарына, ҡыҙҙың әхирәттәренә лә шылтыратып ҡарай, әммә һөҙөмтә булмағас, полицияға хәбәр итә. Бөгөнгө көндә тәртип һаҡсылары менән водолаздар, студенттар баланы әҙләү менән мәшғүл. Дарья фажиғәгә тарығанмы, әллә енәйәтсе ҡулына эләккәнме? Сөнки ҡыҙзыңүҙе юғалһа ла, телефоны бер нисә сәғәт эшләп тора.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ата-әсәләрҙән балалары юғалыу буйынса 11 ғариза бирелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға