01.06.2011 Әжәлең етһә...
Сит илдәрҙә Рәсәй туристары менән күңелһеҙлектәр ай һайын булып тора тиерлек. 30 майҙа Төркиәнең ял курорттарының береһендә диңгеҙҙә ял иткәндә Рәсәй туристары араҡы эсеп ағыуланған. Уларҙы алтыһы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. Ике кеше сәйәхәттең икенсе көнөнә вафат була, өсөнсө ҡыҙ Мәскәү дауаханаларының береһендә йән бирә. ҡорбандар араһында яҡташыбыҙ Туймазынан 20 йәшлек Айгөл Заляева ла бар. Туристарҙың ағыуланыу сәбәбе - метилл спиртынан яһалған араҡы ҡулланыу.