«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Саперҙар эшләй



27.05.2011 Саперҙар эшләй

Иглин районындағы көслө янғындың һөҙөмтәләре дүрт этапта бөтөрөләсәк. Әле унда шартлау, янғын булған урынды тикшереү, таҙартыу эштәре бара. Снарядтар 300 метрға тиклем һибелгән. Урын таҙартылыу менән Урман ауылы халҡы йорттарына кире ҡайтасаҡ. Әлегә унда саперҙар эшләй. Саперҙарҙан һуң зыян күргән ерҙәр тағы ла бер тапҡыр техника ярҙамында тикшерәләсәк.
Шартлауҙың сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында төрлө версиялар ҡаралһа ла, аныҡ ҡына һығымтаға килмәгәндәр әле. Әлегә иң мөһиме - кешеләр йәшәгән урынды шартларға мөмкин булған матдәләрҙан тулыһынса таҙартыу. Шуға ла халыҡты йорттарына ҡайтарырға ашыҡмайҙар. Йорто янған кешеләргә тиҙ арала яңы торлаҡ төҙөләсәк. Мохтаждарға медицина ярҙамы күрһәтелә.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға