«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урманда хәрби припастар янды



27.05.2011 Урманда хәрби припастар янды

Кесе йомала Иглин районы Урман ҡасабаһында урынлашҡан хәрби припастар келәтендә ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. Әле урында хәрби припастар шартлауҙан һәм янғындан күпме зыян күрелеүен иҫәпләү бара. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһе буйынса припастар шартлау ваҡытында зыян күреүселәр өсөн торлаҡ төҙөү мәсьәләһе хәл ителәсәк. Йорттар Башҡортостан бюджеты иҫәбенә төҙөләсәк. Рөстәм Зәки улы төҙөлөш программаһын эшләп тиҙ арала торлаҡ төҙөүҙе башларға тигән талап ҡуйҙы.
Урман ҡасабаһынан һәм янғын арҡаһында боеприпастар шартлаған хәрби частан хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм ҡасаба халҡы эвакуацияланды, йәмғеһе 2,5 мең кеше күсерелде. Бында 3540 кеше йәшәй. Ғәҙәттән тыш хәл урынына Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһынан да янғын һүндереү частары, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениелары ла килде. Янғын тулыһынса һүндерелде.
Ғәскәри часть келәттәрендә янғын сығыу сәбәптәре аныҡ ҡына билдәле түгел. Биләмәлә ангарҙарҙан тыш, боеприпастар һаҡлау өсөн ер аҫты келәттәре лә бар. Башҡортостандың хәрби комиссариатында ла, Өфө гарнизонында ла әлегә янғын сәбәбтәрен аңлата алмайҙар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға