25.05.2011 Мысыр рәсәйҙәргә арт менән боролмаҡсы
Мысыр власы, бигерәк тә рәсәйҙәр араһында популярлыҡ менән файҙаланған Хургада халҡы ситтән килгән турист ҡатын-ҡыҙҙарға салбар, шортик, ҡыҫҡа юбка, еңһеҙ кофталар кейеүҙе тыймаҡсы. Был тәҡдимде мысырҙарҙың 62 проценты хуплаған. Әгәр ҙә власҡа исламсылар килһә, был тыйыу мотлаҡ бойомға ашырыласаҡ. Шуға күрә унда ял итергә барырға теләүселәр Мысырҙағы сәйәси үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барһа, яҡшыраҡ булыр.
Әлбиттә, был тыйыуҙар илгә туристар ағымын бер аҙ ҡыҫҡартасаҡ, сөнки кемдең анауындай эҫелә оҙон ыштан менән оҙон еңле күлдәктә йөрөгөһө килһен инде. Әммә Мысыр бюджеты туризм менән генә тулылана тип уйлау хата булыр, сөнки унда нефть һәм газ индустрияһы ла ныҡ үҫешкән. Шунлыҡтан мысыр власы яҡын арала, бәлки, Нил буйында күсемһеҙ милек һатып алыуҙы ла тыйыр - квадрат метрҙарҙы ситтән килеп һатып алып, ҡуртымға биреп йәки ҡайтанан һатып аҡса эшләүселәргә ҡаршылар байтаҡ икән. ҡыҫҡаһы, Мысыр беҙгә арт менән боролмаҡсы.