«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мөхәббәткә һәйкәл



25.05.2011 Мөхәббәткә һәйкәл

Өфөнөң Беренсе май паркы көндән-көн күркәмләнә бара. Унда әле мөхәббәтте һынландырыусы объект барлыҡҡа килгән.
Аҡ төҫтәге йөрәк формаһында эшләнгән 300 килограммлыҡ һәйкәл парктағы күлдән йыраҡ урынлашмаған. Кисен был йөрәкте дүрт фонарь яҡтыртып тора. Мөхәббәт һәйкәле янында ғына «теләктәр эскәмйәһе» урынлашҡан. Унда ултырып киткән һәр кемдең хыялдары тормошҡа ашасаҡ тип вәғәҙә итәләр.
Хәҙер был матур урынға бөтә йәштәр, ололар йыйыла. Унда фотоға төшөү өсөн туйҙар ҙа килә.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға