«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаман сиғанға ышаналар...



23.05.2011 Һаман сиғанға ышаналар...

Бәләбәй районында 75 йәшлек әбей менән бабай сиғандарҙың арбауына ышанып, күсмә тормош менән йәшәүселәргә ҡараған был алдаҡсыларға бөтә булған аҡсаһын тоттороп сығарған.
Иртән оло йәштәге кешеләрҙең йортона сиған ҡатыны килеп инеп, хужалар менән ултырып сәй эскән. Самауыр артында әбей менән бабайҙы, уларҙың башҡа туғандарын йыйып, бөтәһенә лә бәхетле, сәләмәт тормош вәғәҙә иткән. Тик бының өсөн йорттағы бөтә аҡсаларҙы ла туплап, бер йола үткәрергә кәрәклеген аңлатҡан. Етмәһә, был йола үтәлмәгән осраҡта хужаларҙың улын паралич һуғасаҡ тип ҡурҡытҡан.
Һөҙөмтәлә, әбей һандыҡ төбөнән 290 мең һум аҡсаһын сығарып (был пенсионерҙар аҡсаһыҙ түгел, әлбиттә!), сиған ҡатынына тотторған. Сиған аҡсаларҙы ҡағыҙға урап, өшкөрөп-төкөрөп кире һандыҡҡа һалған. Тик хужаларға йола еренә еткерелһен өсөн бер сәғәт өйгә бөтөнләй инмәҫкә, ә инде һандыҡты ике көн асмаҫҡа ҡушып, сығып тайған.
Аҙыраҡ торғас, хужаларҙың башы эшләп китеп, һандыҡты асып ҡарарға булғандар. Әлбиттә, унда аҡсаларҙың әҫәре лә юҡ! Хәҙер әбей менән бабайҙы төп башына ултыртҡан сиғандарҙы полиция эҙләй.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға