23.05.2011 Тәмәкеселәр ҡаршылыҡ күрһәтә
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын тәмәкенән 5 миллион тирәһе кеше яҡты донъя менән хушлаша.
Ошоно иҫәпкә алып, күп кенә илдәрҙә йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуға ҡаршы яңынан-яңы закондар һәм ҡарарҙар ҡабул ителә. Шуныһы ҡыҙыҡ, был закондарҙы иң алдынғы тәмәке етештереүсе илдәр үҙҙәре ҡабул итә. Әйтәйек, Нью Йорк власы быға тиклемге тәмәке тартыу тыйылған урындар һанын арттырып, был иҫәпкә пляж менән парктарҙы, скверҙарҙы ла индерҙе. Быға ҡарата тәмәкеселәр ҡаршылыҡ күрһәтергә булған - улар «бойкот» иғлан итмәксе.
Нью-Йоркта тыйылған урындарҙа тәмәке тартҡан өсөн штраф күләме 50 доллар тәшкил итә икән. Беҙгә бындай закон ҡасан килеп етер икән?