20.05.2011 Күперҙәр төҙөлә
Өфөлә яңы ете күпер төҙөләсәк, улар аша машиналар федераль трассаларға сыға. Ете күперҙе лә 2014 - 2025 йылдар дауамында төҙөргә планлаштыралар.
Баш ҡалала яңы күперҙәрҙең барлыҡҡа килеүе Өфөгә инеүҙе еңелләштереп кенә ҡалмай, төрлө райондарҙы, микрорайондарҙы ла берләштереп торасаҡ. Атап әйткәндә, Ағиҙел йылғаһы аша ике күпер, ҡариҙел аша бер күпер төҙөргә ниәтләйҙәр. Уларҙың береһе әлеге Затон күперенә параллель буласаҡ.
Нижегородка менән Затонды бәйләйәсәк яңы күпер был микрорайондарҙа йәшәүселәрҙе туранан-тура М - 7 трассаһына килтереп сығасаҡ.
Күпмерҙәр шулай уҡ Черниковкала, Дим биҫтәһендә лә төҙөлә. ҡыҫҡаһы, бөгөн проблемалар тыуҙырған юл учаткаларында бер нисә йылдан һуң хәлдәр яҡшырыр тип өмөт итергә нигеҙ бар.
Лилиә СИРАЕВА.