«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дауаханала ла шундай хәл булыр икән...



19.05.2011 Дауаханала ла шундай хәл булыр икән...



Донъя булғас, көн һайын тегендә йәки бында сетерекле хәлдәр булып ҡына тора. Кеше йә янғында, йә һыуға батып, йә автоаврияла һәләк була. Ә бына 10 майҙа Өфөнөң 17-се дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәре һаҡһыҙҙан утыҙға яҡын бәләкәй пациенттарының тәнен яндырған - укол эшләй торған урынды махсус дезинфекциялаусы сара менән эшкәрткәндәр. Һөҙөмтәлә балаларҙың тәне 1-се һәм 2-се дәрәжәләге химик яныуға дусар булған.
Ниндәй сара шул рәүешле тәъҫир иткән һуң? Ул - «Триоспт-аква» тип аталған киң даирәлә ҡулланылған антисептик, тиҙәр. Был сара быға тиклем дә ҡулланылған, әммә бер ҡасан да ундай эҙемтәгә килтермәгән. Яраҡлылыҡ срогы сыҡҡанмы? Әллә контрафакт препарат булғанмы?
Был һорауҙарға, әлбиттә, тикшереү органдары яуап бирәсәк. Ощо көндәрҙә генә телевизорҙан илдә күпләп контрафакт фармацевтик препараттарҙың әйләнештә йөрөүе тураһында тапшырыу булғайны. Кем белә, бәлки,..







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға