«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Анапа мэры машинаһын велосипедҡа алмаштырған



18.05.2011 Анапа мэры машинаһын велосипедҡа алмаштырған


Анапа мэры Татьяна Евсикова һәр ял һайын ҡаланы велосипедта йөрөп сығасағы тураһында белдерҙе. Урынбаҫарҙарына ла шулай эшләргә ҡушты.
Уның фекеренсә, велосипедта ҡаланың машина менән үтеп булмаған урындарына инеп була. Атап әйткәндә, Евсикова дауаханаларҙың «артҡы» ишегенән инергә маташып, учреждениены һаҡлаусы хеҙмәт хеҙмәткәрҙәренең уяулығын һәм сослоғон тикшереп ҡараған һәм ҡағиҙәләрҙең үтләмәүе тураһында урындағы милицияға хәбәр иткән. Бынан тыш, ул ҡаланы хеҙмәтләндереүсе ойошмаларға газондарҙағы сабылмаған үлән, бер төрлө формаға килтереп ҡырҡылмаған ағастарҙың күплегенә күрһәткән.
Апрелдә Пенза өлкәһе губернаторы Василий Бочкарев та ҡалалар хакимиәттәре етәкселәренә һәм уларҙың урынбаҫарҙарына машиналарынан велосипед менән мотороллерҙарға күсеп ултырыуҙарын талап иткән - ул сағында мэрҙар юлдарҙың хәл-торошо тураһында нығыраҡ беләсәк.
Беҙҙең мэр менән уның урынбаҫарҙарын да велосипедта китеп барыуҙарын күрһәң ине, эйе бит?


.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға