«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбейҙәр ҙә «аська»ла аралашмаҡсы



18.05.2011 Әбейҙәр ҙә «аська»ла аралашмаҡсы

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән беҙҙә ололар өсөн махсус халыҡ университетын булдырҙылар. Был хаҡта ҡарарға БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Республика программаһын оло йәштәге кешеләрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртыу маҡсатында ҡабул иткәндәр. Был программа буйынса ололар заманса тормошҡа яраҡлашыу, өҫтәлмә уҡыу өҫтөндә эшләйәсәк. Республика пенсионерҙары компьютерҙы өйрәнеү, инглиз телен уҡыу, ғаилә психологияһы нигеҙҙәрен белеп, көнкүрештә ҡулланыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шулай уҡ ҡәҙерле олатай-өләсәйҙәр шәхси гигиена, һаулыҡты һаҡлау, физкультура буйынса ла уҡый.
Уҡыу дисциплиналары республиканың район һәм ҡалаларында йәшәгән оло йәштәге кешеләр менән һөйләшеп-кәңәшләшеүҙән һуң ҡабул ителгән. Бындай уҡыуҙар Туймазы, Салауат ҡалларында, Өфөнөң Совет районында быға тиклем дә ойошторола ине. Ошо көнгә тиклем халыҡ университеты өсөн бюджеттан аҡса бүленмәне. Хәҙер был йүнәлеш тағы ла күберәк кешеләрҙе йәлеп итәсәк.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, оло йәштәге кешеләр белемгә, замана технологияларын аңларға тырышып ята. Халыҡ университеттары шулай уҡ ололарҙың бер-береһе менән аралашып йәшәүенә лә булышлыҡ итә.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға