17.05.2011 17 май - Бөтә донъя мәғлүмәти берләшмәләр көнө
Бөгөн ошо заманса байрам - программасылар, система администраторҙары, интернет-провайдерҙар, веб-дизайнерҙар, интернет-баҫмалар редакторҙары һәм информацион технологиялар өлкәһендә шөғөлләнгән башҡа хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә.
2006 йылдың 27 мартында ООНдың Генераль Ассамблеяһы 17 майҙы Бөтә донъя мәғлүмәти берләшмәләр кҡнҡ тип иғлан итеү тураһында резолюция ҡабул итә. Әйткәндәй, Бөтә донъя «үрмәксе ауы» менән ҡулланыусылар тормошондағы был мөһим көндә - 17 майҙа (1991 йыл) тәүге интернет-сервер пәйҙа булған.
WWW (World Wide Web) проекты 1989 йылда - Тим Бернерс-Ли беренсе тапҡыр бөтә донъя компьютер селтәрен булдырыу тураһындағы идеяһын тәҡдим иткәс - эшләй башлай. Әммә проект бер йылдан һуң ғына - Тим NeXT компьютеры менән эш итергә рөхсәт алғас ҡына ентекле эшләй башлай. Ул интернет селтәренең редакторы булып китә. Һәм уның идеяларын бойомға ашырыу форсаты тыуа. 1992 йылда инде 26 сервер эшләй башлай, 1993 йыл аҙағына уларҙың һаны тағы ла арта - 200-ҙән ашып китә.
Бөгөн интернет менән йөҙәр миллонлаған кеше, шул иҫәптән һеҙҙең менән беҙ ҙә, әле ошо онлайнда ултырыусылар ҙа, файҙалана.
Бөтә компьютер һәм интернет өлкәһе белгестәрен, Илфат Фәрит улы, һеҙҙе лә, һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!