17.05.2011 Виктор ТИХОНОВ: "Бындай мәхшәрҙе күргәнем булманы..." → Хоккей
Хоккей тарихында иң уңышлы һәм тәжрибәле белгес, билдәле Виктор Тихонов, Быковтың заманаһы бөттө, тигән һығымтаға килгән. Ул, әйтеүенсә һуңғы ваҡытта уның етәкселегендә Рәсәй йыйылма командаһы Олимпия уйындарында отолдо һәм тағы килеп һуңғы ике донъя беренселегендә мәсхәрәгә ҡалды.
- Мин бындай мәхшәрҙе күргәнем булманы. Нисек итеп инде бер уйында ете шайбаны үткәртергә була... быны аңлауы ҡыйын. Уҙған йыл уҡ Рәсәй хоккей федерацияһына тәҡдимемде индергәйнем. Иғтибар итеүсе булманы. Уларҙы шул ваҡытта уҡ алыштырырға кәрәк ине. Команда юҡ бит, шуға уйын да юҡ. Улар дилбәгәһеҙ... Канаданы еңдек тип яр һалдылар. Унда бит тәжрибәһеҙ йәш-елкенсәктәр булды. Ғөмүмән, улар киләсәк менән йәшәй. Шул уҡ башҡа Европа илдәре лә ул йәһәттән ныҡлап эшкә тотондо. Ә беҙ һаман бер урында тапанабыҙ. һуң булмаҫ борон, яңы етәкселек тураһында ҡайғыртырға кәрәк.
http://nur-sport.ru/