«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө йүкәләре йәл...



13.05.2011 Өфө йүкәләре йәл...

Тәүге тапҡыр Өфөгә мәктәп менән экскурсияға килеүем хәтерҙә. Баш ҡала урамдары буйлап сәйәхәт иткәндә экскурсовод беҙгә был ҡала тураһында: "Өфө - үҙенең йәшел ҡала булыуы менән ҡунаҡтарҙың күңелен арбай", - тип һоҡланып һөйләгәйне. Ситтән күҙәткәндә, ысынлап та, зәңгәр киңлектәрҙә йешеллеккә күмелеп ултырған ҡала ул.Шағир Назар Нәжмиҙең "Өфө йүкәләре" шиғыры ла баш ҡалабыҙ урамдары буйлап ултыртылған, урамдарыбыҙға йәм биреп ултырған Өфө йүкәләренә һоҡланыу хистәренән дә сығып тыуғандыр.
Һағынып һөйләргә генә ҡалыр инде хәҙер... Сөнки ҡаланың юл төҙөлөшө идаралығы үҙәк урамдарҙы (Цюрупа, Фрунзе, Пушкин) киңәйтеү маҡсаты менән ҡырҡып бөтөрөп алып бара был йәшеллекте. Аҙмы-күпме булһа ла тауышты йотоп ултырған, һауаның биофильтры булған был ағастар үтә лә йәл. Йәйге эҫе, томра көндәрҙә ҡыҙыу ҡояш менән асфальт эҫелеге йәнде ҡурып барғанда ошо ағастар ышығында тын алып, урамдар буйлап йөрөй , улар янында ҡуйылған эскәмйәләрҙә ултырып тын ала инек. Эре индустрия ҡалаһы булған, күп һанлы предприятиелар урынлашҡан, транспорт күпләп йөрөгән ҡалала ағастарҙы ҡырҡыу ғәфү итмәҫлек хәл, әлбиттә. ҡырҡырғалғандары урынына нисәү ултыртылыр икән?Булғанды бөтөрөүе анһат, ә яңыһына ҡулыбыҙ етмәй. Йырҙағыны үҙгәртеп әйткәндә,"Өфө йүкәләре, һағынырбыҙ әле" тип йырларға ғына ҡалыр микән?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға