«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 20 майҙан да ҡалмаҫҡа



13.05.2011 20 майҙан да ҡалмаҫҡа

Башҡортостанда ярауай сәсеүҙе 20 майға тиклем бөтөрөргә планлаштыралар. Бөгөнгө көнгә иртә яҙғы сәсеүгә бүленгән майҙандың яртыһында эш тамамланған. ҡалған баҫыуҙарға киләһе аҙна эсендә сәсергә кәрәк.
Тәбиғәт көйһөҙләнгән шарттарҙа ла, ярауай сәсеүҙе 25 майҙан да ҡалмай бөтөрөргә ниәтләйҙәр. Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев билдәләүенсә, яҙғы сәсеү эштәрен тамамлап, техниканы химик утауға әҙерләй башлауҙы ла аҙағына еткереп ҡуйыу эше тора. Оҙаҡларға ваҡыт юҡ - алда сәселгән майҙандарҙы тәрбиәләү эштәре көтә.
Шөкөр, әле республикала яҙғы сәсеү эштәрен алып барыу өсөн бик уңайлы ваҡыт - тупраҡты дымлылығы нормала. Һауа ла ул тиклем һалҡын, йә булмаһа һыуыҡ түгел. Метеорологтар 16 майҙан һуң көндәрҙең эҫей башлаясағын фаразлай. Унан һуң аҙна эсендә ямғырҙар ҙа әллә ни яумаясаҡ. Ә дөйөмләшщтереп алғанда, май айында һауа температураһы уртасанан юғарыраҡ буласаҡ тип билдәләйҙәр. Ямғыр ҙа уртаса кимәлдән артығыраҡ яуасаҡ.
Әлбиттә, ауыл хужалығына тәбиғәт ҙур йоғонто яһай. Тик шулай ҙа унда ла техникаһы ла, эшсе көстәре лә, матди саралар ҙа кәрәк. Шуға ла аграрийҙарға дәүләт биргән ярҙамға иғтибар итергә кәрәк. Бөгөн яғыулыҡ-майлау материалдарының хаҡы 30 процентҡа кәметелгән. Республика Хөкүмәте орлоҡ, фураж, техника, ашлама алыуға аҡса бүлде. Тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтарға 150 миллион һум йүнәлтелгән.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға