«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда халыҡ һаны кәмей



12.05.2011 Башҡортостанда халыҡ һаны кәмей


Башҡортостандың халҡы йылдан-йыл кәмей бара. 2011 йылдың башында ғына беҙ 2107 кешегә кәмегәнбеҙ. Тыуым һаны былтырғы йылдың тәүге кварталына ҡарата 2,1 процентҡа кәмегән, ә үлем һаны 6,1 процентҡа артҡан. Быйылғы йылдың ғинуар-мартында кешеләрҙең тәбиғи үлеме, йәғни ҡартлыҡ арҡаһында, 774 кеше тәшкил иткән.
Республиканан ситкә сығып китеүселәр һаны арта. Башҡортостанға 6,1 мең кеше даими йәшәргә килгән булһа, 7,4 мең республиканан киткән. Халыҡтың миграцион кәмеүе, шулай итеп, 1333 кеше тәшкил итә.
Йылдың тәүге кварталында халыҡ һаны артыуы буйынса иң имен ҡала булып Октябрьский ҡалаһы һанала. Бында тыуым һаны ла арта бара, шулай уҡ миграцион үҫеш тә алға бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға