«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көлгө лә, илағы ла килә...



11.05.2011 Көлгө лә, илағы ла килә...




Ышанаһығыҙмы, Киев табиптары Алла Пугачева 62 йәшендә Максимына бәпес бүләк итә ала әле, тип раҫлай. Ә бының өсөн, йәнәһе лә, уларҙың бөтә йәшәйеш-көкүреш шарттары бар: Грязь ауылындағы йорттары төҙөлөп бөтөп килә икән. Ә Алла үҙе был мөмкинлеккә бик ышанып етмәй, ти. Сөнки Киркоровҡа ла бала табам тип маташҡан, әммә бер ни ҙә килеп сыҡмаған. Табиптарҙың Аллаға өмөт тотоуы ниҙән килеп сыҡҡан тип уйлайһығыҙ? Баҡһаң, яңыраҡ Киев клиникаһында 66 йәшлек ҡарсыҡ экстракорпораль аталандырыу юлы менән ҡарт көнөндә әсә булыу бәхетенә ирешкән.

Әгәр ҙә Алла ла бала табыуға өлгәшһә, пенсионерҙар, әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә тәүәкәлләгеҙ. Бәлки, әсәлек капиталына эләгеп ҡуйырһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға