11.05.2011 Римдең юҡҡа сығып ҡуйыуы бар, имеш...
Италия астрономы Рафаэль Бенданди 2011 йылдың 11 майында илдең баш ҡалаһы көслө ер тетрәү арҡаһында юҡҡа сығасаҡ тип фаразлаған. Бенданди - танылған шәхес, ул үткән быуат башында Адриатика диңгеҙендә ет тетрәйәсәген теүәл итеп әйтеп биргән булған.
Бөгөн Италия ғалимдары уның фаразын буш хәбәр тип һанауына ҡарамаҫтан, әле Рим урамдары ғәҙәттәгенән тынысыраҡ - күптәр, фажиғә ихтималлығынан ҡурҡып, ҡаланан ситкә сығып киткән, күп кенә магазиндар эшен туҡтатҡан. Ә мэрия халыҡты тынысландырыу өсөн «ҡыҙыу линия» асырға мәжбүр булған.
Бендандиҙың фаразлауы раҫланырмы-юҡмы, тормош күрһәтер - әле көн бөтмәгән. Төнгө сәғәт 12-гә тиклем борсолоу барыбер кәмемәҫ, моғайын, сөнки был хәбәр менән интернет тулған. Аллам һаҡлаһын!