11.05.2011 Эш күп, эшлә генә!
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Өфөлә эшләргә теләүселәрҙең һаны тәҡдим ителгән эш урындарынан аҙыраҡ. Бөгөнгө көнгә Башҡортостандың баш ҡалаһында 10 меңдән артыҡ эшһеҙ граждан теркәлгән. Ә вакантлы урындар 13 меңдән артыҡ тип билдәләнгән.
Бынан тыш, 500-ҙән артыҡ эшһеҙ кеше әле хеҙмәт баҙарында ҡытлыҡ кисерелгән профессияларҙы үһләштереү өсөн уҡыу менән мәшғүл. Статистика күрһәтеүенсә, беҙгә страховкалау агенттары, аудитты белгән бухгалтер, маркетинг, персонал буйынса менеджерҙар, визажистар, водителдәр, тегенселәр, официанттар, ашнаҡсы-кондитерҙар етешмәй.
Лилия СИРАЕВА.