«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Студенттар иғтибар үҙәгендә



10.05.2011 Студенттар иғтибар үҙәгендә

Полиция йәштәр мәсьәләре менән дә шөғөлләнәсәк. Өфө ҡалаһы эске эштәр идаралығы эргәһендәге махсус бүлеккә һәр кем хоҡуҡ һәм тәртип өлкәһендә үҙен борсоған проблемалар менән уртаҡлаша ала. Хәүефһеҙлек кимәлен билдәләү өсөн полиция вәкилдәре студент ятаҡтарына рейдтарға йөрөйәсәк, студенттар менән осрашасаҡ.Бөгөн Өфө вуздарында 130 мең йәш кеше уҡый, уларҙың 60 проценты ситтән килеп уҡыусылар, сит ил студенттары ла бар. Бөгөн һәр студент үҙе менән осраған күңелһеҙлектәр тураһында махсус бүлеккә шылтырата ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға