10.05.2011 Тәбиғи һәләкәттәр ҡайҙан килә?
Һуңғы йылдарҙа тәбиғи катаклизмдарҙың артыуы халыҡты борсоуға һала. Ғалимдар бындай һәләкәттәрҙең сәбәбен кешелектең уйламайынса эш итеүе менән аңлата. Мәҫәлән, 9 Май көндө Мәскәүҙә болоттарҙы шул хәтлем, был хәтлем шартлатҡыстар ярҙамында ҡыуасаҡтар, тип хәбәр иттеләр. Унан ҡала, был көндө Мәскәүҙә генә 4000 салют биреләсәк тинеләр. Баҡһаң, нәҡ ошо «туптар» арҡаһында озон ҡатламдары тишелеп, ҡояш нурҙары ер өҫтөнә нығырак үтеп инә икән. Һөҙөмтә - эҫә көндәр һәм ҡоролоҡ. Ә салюттарҙың һәр ҡала һәм ауыл өҫтөндә һауаға атылыуын күҙ алдына килтерһәң!?
Тимәк, ер өҫтөндәге хәүефһеҙлек өсөн кем яуаплы? Шул уҡ власть! Өфөлә ҡала көнөндә атылған йөҙәрләгән салюттарҙы, һәр туйҙа атылғандарын да иҫәпкә алһаң…
Кеше үҙен-үҙе һәләкәткә этәрә!