10.05.2011 Президент ҡалаларыбыҙҙы таҙа итеп күргеһе килә
Президентыбыҙ Р.Хәмитов Рәсәйҙең, шул иҫәптән Башҡортостандың да ҡалаларының бысраҡ, тәрбиәһеҙ, төҙөкләндереүһеҙ булыуына иғтибар итеп, Көнбайыш илдәренән күпкә артта ҡалыуыбыҙға йәне көйә - ниһайәт, быға етәкселәр араһынан бер кеше иғтибар итте. Өфөләге һуңғы санитар өмәлә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына ике мең кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарып түгелеүе нәҡ баш ҡалабыҙҙың ҡарағыһыҙ бысраҡ булыуы тураһында дәлилләй ҙә инде. Көнөнә меңәрләгән-миллионлаған кеше йөрөгән туҡталыштарҙы, кеше етәгендә йөрөгән эттәрҙең ҡайҙа етте, шунда «колбаса» ҡалдырыуын ғына алайыҡ! Берәй сит ил кешеһе килеп ҡарап торһа, моғайын, иҫе китер ине.
«Территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса йома сараһында 43 меңдән ашыу ҡала халҡы ҡатнашты. 600 квадрат метр юл ремонтланды. 600-гә яҡын махсус техника берәмеге файҙаланылды. ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына 200-ҙән ашыу рейс яһалды. Бынан тыш, йәкшәмбе, 15 майҙа, теләге булғандарҙың барыһы ла «Бер көндә 500 таҙартыу» дөйөм ҡала экологик акцияһында ҡатнаша ала», - тип рапорт бирә ҡаланың яуаплы органдары. ҡала мэры Качкаев һәм уның командаһы Өфөнөң таҙалығы, ундағы тәртип, мәҙәниәтлелек тураһында йылына бер тапҡыр ғына – яҙ еткәс кенә иҫтәренә төшөрөп, дөйөм халыҡ көсө менән бер аҙ тәртипкә килтереп ала ла, май үтеп китеү менән онота. Ә ҡала халҡы бысраҡҡа, төкөрөккә, ҡаҡырыҡҡа, эт тиҙәгенә батып йәшәй бирә. Бына ҡайҙа ҡалала йәшәүселәрҙең мәҙәниәт кимәле! «Не мое» принцибын аҙым һайын күрергә мөмкин. Бигерәк тә ҡыҙыл линиянан йорттар араһына төпкәрәк үтеп ингән һайын советтар заманында американдарҙың «трущобаһы» тип көлгән күренеш үҙебеҙҙән ары китмәгән. Бына ҡайҙа ул ысын «трущоба»! Ә Качкаев кеүектәргә наплевать беҙҙең кеүек ябай эшсәндәрҙең көнкүреш-тормошона – хет бөтөнләйе менән сүп-сар аҫтында ҡалдың ни ҙә, эттән таландың ни!
Бөтә нәмә лә «үрҙәгеләрҙең» яуаплылығына, ойоштора, талап итә белеүенә бәйле! Айыуҙы ла бит бейергә өйрәтәләр!