«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Лондонда интернетҡа бойондороҡлолоҡтан дауалайҙар



06.05.2011 Лондонда интернетҡа бойондороҡлолоҡтан дауалайҙар


Лондондағы «Кэпио Найтингел» медицина үҙәге үҙ ишектәрен интернеттан бойондороҡлолоҡ сәләмәтлектәренә ныҡ йоғонто яһаған 12 йәштән өлкәнерәк балаларҙы дауалау өсөн асҡан.
Үҙәк мәғлүмәттәре буйынса, был учреждениеға компьютерҙарын һүндереүҙе талап иткәндә балалары истерикаға бирелгән ата-әсәләрҙән күпләп ғариза килгән. Баҡһаң, ҡайһы берҙә дау күтәргән балаларын тынысландырыу өсөн хатта полиция ярҙамы ла кәрәккән икән. Урта мәктәп уҡыусыларына һорауҙарға яуап алыу үткәргәндән һуң уларҙың дүрттән бер өлөшө компьютер алдында көнөнә алтышар сәғәт ултырыуы, һөҙөмтәлә уларҙың ҡайһы берҙәрендә агрессия, кәйефтәренең үҙгәреүсән булыуы, йоҡлай алмауҙары һәм депрессиянан яфаланыуҙары асыҡланған. Компьютер сиренең төп үҙенсәлектәре - аппетит юғалыу, тиҙ арыу, тиҫтерҙәре менән аралашҡылары килмәү, хатта селтәргә сыға алмағандарында «ломка» башланыу.
Медицина үҙәгендә тәҡдим ителгән дауалау социаль аралашыу күнекмәләрен үҙләштереүгә йүнәлтелгән. Ата-әсәләр өсөн дә балаларын «бөтә донъя ауынан» арындырыу һәм эште оло ғауғаға алып барып еткермәү юҫығында тренингылар ҡаралған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға