«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Япондарҙың ял иткеһе килмәй



06.05.2011 Япондарҙың ял иткеһе килмәй


Япония хөкүмәте эшселәрҙе һәм хеҙмәткәрҙәрҙе отпускыларын тулыһынса алырға саҡырған программа ҡабул иткән һәм шәхси компаниялар етәкселәренә «трудоголиктарға» ҡарата ҡәтғиерәк мөнәсәбәттә булырға һәм ял көндәрен инҡар итеүҙе тыйырға ҡушҡан.
Япония һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм именлек министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр илдең һәр хеҙмәткәре тейешле 18 көн урынына уртаса 8,5 көнлөк отпускыһы (47 проценттан күберәк) менән файҙаланған. Хәҙер ил хөкүмәте был процент күләмен 2012 йылда 60 процентҡа еткереп, 2017 йылда тейешле отпускыларын тулыһынса ял итеүҙәренә өлгәшергә ниәтләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға