«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Береһе лә эшһеҙ ҡалмаясаҡ



05.05.2011 Береһе лә эшһеҙ ҡалмаясаҡ

Эске эштәр министрлығында барған реформаларға бәйле, полицияның сафы 25 процентҡа ҡыҫҡартылғайны. ЭЭМ системаһына ҡараған уҡыу йорттарын тамамлаусылар эшһеҙ ҡалмаҫмы тигән һорау тыуа. Быйыл Эске эштэр министрлығының Өфө юридик институтын 135 кеше тамамлаясаҡ. БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешиндың әйтеүенсә, уларҙың барыһына ла эш урындары ҡалдырылған." Борсолорға урын юҡ. Юғары белемле белгестәрҙән баш тартмаясаҡбыҙ.Улар беҙгә бик кәрәк,"- ти министр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға