«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бензинга хакты кем арттыра?



05.05.2011 Бензинга хакты кем арттыра?

Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт (ФАС) Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында бензин дефициты барлыҡҡа килеүе нефть компанияларының законһыҙ эш итеүенән пәйҙа булған тип иҫәпләй. «Бының картель һөйләшеп килешеүҙәрҙең бер төрө булыуы ихтимал - монополияға ҡаршы закон тарафынан бындай закон боҙоуҙарға ҡарата яуаплылыҡ ҡаты, хатта енәйәт эше асылыуы мөмкин», - тип белдерҙе ФАС башлығы Игорь Артемьев Рәсәй яғыулыҡ союзы (РТС) вәкилдәре менән уҙғарылған кәңәшмәлә.
Бензин дефицитын иң тәүҙә Алтай крайында йәшәүселәр кисерә - апрелдә был төбәккә бензин поставкалаусы «Роснефть» - «Алтайнефтепродукт» һәм «Газпронефть-Алтай» нефть компаниялары автозаправкалау станциялары хужаларына, сәбәбен аңлатып тормайынса, яғыулыҡ һатыуҙы сикләгән. Һөҙөмтәлә заправкалау станцияларында оҙон сираттар барлыҡҡа килгән. ФАС-тың Алтайҙағы идаралығы иһә нефть продукттары баҙары операторҙарын тикшерә башлаған.
РТС президенты Евгений Аркуша ФАС-тағы кәңәшмәлә бындай хәлдең тағы ла Санкт-Петербургта, Воронежда, Новосибирскиҙа, Сахалинда күҙәтелеүе тураһында һөйләне. Бынан алда Аи-92 һәм Аи-95 маркалы бензиндарҙың Брянск өлкәһе заправкаларынан да юҡҡа сығыуы тураһында хәбәр булған.
«Былай барһа, киләһе көндәрҙә күп кенә төбәктәрҙең бензинһыҙ ҡалыуы ихтимал», - тип иҫкәртте Е.Аркуша. Әлеге ваҡытта Үҙәк Федераль округта дүрт нефть эшкәртеүсе завод профилактик эштәргә туҡтаған, ә Себер федераль округында ремонт эштәре майҙа башланасаҡ, тип билдәләне ул.
РТС фекеренсә, яғыулыҡ дефициты тулайым һәм ваҡлап һатыу сегменттарында хаҡтарҙың ныҡ түбәнәйеүе арҡаһында барлыҡҡа килеүенә бәйле. «Роснефть», «Газпромнефть» кеүек һәм башҡа ҙур компаниялар бензинды ваҡлап һатыу хаҡын 5 һумға кәметһә, яғыулыҡты тулайым һатып алғанда уның хаҡы 1-2 һумға арзаная. Ә бәләкәй компаниялар өсөн был үтә лә отошһоҙ», - тип белдерҙе Алтай яғыулыҡ союзы президенты Юрий Матвейко.
«Кортес» ИАЦ-ы эксперттары, властарҙың Рәсәйҙә хаҡтарҙы кәметергә тигән талабынан һуң нефтселәрҙең экспорт поставкаларын арттырыуы дефицит тыуҙырҙы ла инде, тип билдәләй.
ФАС нефть компаниялары етәкселәренә эске нефть продукттары баҙарындағы хәл-торошто тотороҡланыдырыу кәрәклеге тураһында иҫкәрмә ебәрҙе, шул уҡ ваҡытта уларҙан яғыулыҡ дефициты барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыуҙарын талап итте. Ә нефть компаниялары яғыулыҡ көрсөгөнә ҡыҫылыштары булмауы һәм Алтайҙағы хәл-торошто тотороҡландырыу өсөн ашығыс саралар күреүҙәре тураһында хәбәр итте. «Роснефть»тән хәбәр итеүҙәренсә, улар йыл башынан бензинды экспортлау хаҡын былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 2 тапҡырға тип әйтерлек кәметкән. Уның аңлатыуынса, яғыулыҡ дефициты башҡа поставкалаусыларҙың поставкалауҙы ҡырҡа кәметеүе арҡаһында, шулай уҡ бойондороҡһоҙ трейдерҙарҙың, «Роснефть»тең яғыулыҡҡа хаҡтар кәметеүенән файҙаланып, нефть продукттарын бик күпләп һатып алыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға