«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә лә педофилдар бар!



05.05.2011 Өфөлә лә педофилдар бар!

Өфө ҡалаһының Октябрь районы суд приставы Максим Коваленко эштән һуң өйөнә ҡайтып барған. Бер өй тапҡырынан үтеп барғанда баланың йәнтәслимгә ҡысҡырған тауышын ишетеп ҡала - ҡыҙ бала ярҙам һорап яр һала. Максим подъезға инһә, бер ирҙең ун йәшлек ҡыҙҙы баҫҡыс буйлап өҫкә һөйрәгәнен күрә. ҡыҙсыҡ ҡурҡышынан ҡысҡырып илай, тартҡылаша, әммә ир ҡорбанын ысҡындырырға уйламай ҙа. Коваленко ҡыҙҙы «йыртҡыс» ҡулынан йолоп ала ла, ирҙең ҡулдарын ҡайырып, полиция саҡырта.
Хәҙер педофилды суд көтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға