«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡытай утрауҙары ҡуртымға бирелә



05.05.2011 Ҡытай утрауҙары ҡуртымға бирелә

ҡытай власы ҡытай Халыҡ Республикаһы милке тип һаналған утрауҙарын ярты быуатлыҡ ҡуртымға бирергә йыйына. Дәүләт океанография идаралығы әле кеше аяғы баҫмаған 176 уртауҙың исемлеген төҙөгән, нәҡ ошо ҡоро ер киҫәктәре үҙ хужаларын көтә лә инде. Был утрауҙар айырым һаҡланылыусы милли территориялар исемлегенә инмәгән.
Утрауҙарҙы ҡуртымға ҡытайҙар үҙҙәре лә, шулай уҡ сит ил компаниялары һәм ойошмалары, айырым кешеләр ҙә ала ала. Уларҙың хаҡы әлегә билдәһеҙ, шулай ҙа һәр утрау хаҡы, уның урынлашыу урынына, потенциалына һәм майҙанына ҡарап, хужа булырға теләүсе менән айырым билдәләнеләсәк. ҡуртымға алырға теләүселәрҙән утрауҙы артабан нисек ҡулланыласағы буйынса ентекле план талап ителә. Власты унда ниндәй ҡоролмалар барлыҡҡа киләсәге, уларҙың һыуҙан ниндәй алыҫлыҡта урынлашыуы, сүп-сарҙың нисек сығарыласағы, йәшелләндереү, утрауҙың рекреакцион зона буласағы-булмаясағы һәм башҡа мәсьәләләр ҡыҙыҡһындыра.
Әлеге ваҡытта океанография идаралығы ҡытай утрауҙарына инвентаризация үткәрә. 1998 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 500 квадрат метрҙан ҙурыраҡ майҙанлы 7 мең тирәһе утрау булған, әммә кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә уларҙың 800-ләбе юҡҡа сыҡҡан да инде. Күп утрауҙарҙың законһыҙ баҫып алыныуы асыҡланған.
ҡытай утрауҙарының ҡуртымға бирелеүе артыҡ аптыратмай ҙа ул, унда йөҙөп тә, осоп та барырҙар. Ә бына айҙан ер һатып алыусылар унда нисек бармаҡ икән? Хәйер, аҡсалыларҙың был йәһәттән дә башы артыҡ ауыртмайҙыр...
Рәшиҙә Мәхийәнова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға