«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тартыуҙы ташлағыҙ!!!



06.09.2010 Тартыуҙы ташлағыҙ!!!

Бер ай элек тәмәке ҡаптарында иҫкәртеүсе яҙыуҙар сыҡты. Белеүегеҙсә унда "тәмәке үлтерә", "тәмәкене ташлар өсөн врачҡа куренегеҙ" һәм башҡа төрлө ҡурҡыныс яҙыуҙар яҙылған.
Минең тәмәке тартыуға 10 йылдан ашыу ваҡыт утеп тә китте. 1 тапкыр тартыуҙы ташлап йыл ярым йөрөнөм. Әле шул яҙыуҙарҙы беренсе тапҡыр уҡығас бөтөнләй ҡурҡыу хисе уянды - шок булды, нишләп шуны тартып йөрөйөм әле тип уйланым! Һәм тәмәке тартыуға крест ҡуйырға булдым. Етмәһе, был көн тыуған көнөмә тура килғән ине.
Тартҡан тиҫтерҙәремә лә шуны теләйем: тәмәкенән ҡотолоп була! Ташлағыҙ тартыуҙы!

Рауиль ҡаҙырбаев.
33 йәш.
Зөйәк ауылы, Белорет районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға