«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Абдулла фәрештәһе лә, сихырсыһы ла иҫән



06.09.2010 Абдулла фәрештәһе лә, сихырсыһы ла иҫән

Ырымбур өлкәһенең Абдулла ҡалаһында йәшәүсе Баба Шура тураһында күптәр беләлер. Уның ысын мосолман исеме Шәмсиямал әбей. Ул шифалы ҡулдары, изге доғалары һәм төнөн йыйған бәрәҡәтле һыуы менән күптәрҙе, бик күптәрҙе ауыр сирҙәренән дауалаған, «алкаш»тарҙы һәм «тәмәжник»тәрҙе (үҙе шулай тип атай уларҙы) насар ғәҙәттәренән арындырған. «Абдулла фәрештәһе» тип тә, «Абдулла сихырсыһы» тип тә атайҙар уны. Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтар тарафынан, бигерәк тә йүкә телефон ярҙамынан уны мәрхүмә булған тигән хәбәр таралғайны. Был хәбәр дөрөҫ түгел. Үткән аҙнаның һуңғы эш көнөндә беҙҙең хәбәрсебеҙ Абдулла ҡалаһында булып Баба Шура-Шәмсиямал әбей менән осрашты, әңгәмә ҡорҙо, дауалау процессында ҡатнашты. Был турала киләсәктә «Йәшлек»тә ентекләберәк таныша алаһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға