16.03.2011 Насауа, Парижды ғына алғанды...
Ул көндө тәбиғәт тә нимәҙер тойғандай иртәндән ҡар яуып, төшкә ҡарай буранлап торҙо. Кискә табан бөтөнләй күҙ асҡыһыҙ булып китте. Шуға ҡармаҫтан халыҡ, Өфө -спорт аренаһына йылға булып аҡты... Ут күршеләр алты ҙур автобус яллап, яралы командаһының дәр-дарманын күтәрер өсөн алыҫ араны яҡынайтып, уларҙы һуңғы алышҡа этәрергә әҙер ине. Һәм алыш башланды. Әлбиттә күптәр, бик күптәр юлаевсыларҙың еңәүенә ышанһа ла, күңелендә шик тотҡандыр. Тотмай ҡайҙа инде?.. Бер һулыш менән генә "Аҡ барс"тың барсын дүрт уйын рәттән еңәүе ай-һай анһат түгел. Тик шайтан ғына өмөтһөҙ тиҙәр. Беҙ, көйәрмәндәр барыбер ышандыҡ. Кем беренсе индерә, шул өҫтөнлөк итәсәге көн кеүек асыҡ ине. Һәм тегеләр уңышка өлгәшә, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы үҙебеҙҙең Радулов ярзамында... Һикереп киткән шайбаны ҡапҡабыҙҙың янынан ситкә һуғам тип, ҡапҡабыҙға эләгә. Һәм башлана ла инде. Өфөләр ҡунаҡтар тиҙлегенә өлгөрә алмай башлай, хаталар күбәйә. Тәртип боҙола һәм башҡаһы... ҡыҫкаса әйткәндә, беҙҙекеләр был уйынды бирергә була. ҡаҙандан еңеү алып ҡайтырға булдылар улар.
Икенсе ярымфиналда ла уйындар ҡыҙыулыҡ алды. Унда иҫәп тигеҙләнде. "Авангард" ике осрашыу рәттән "Металлург" (Мг.) уйынсыларына отолғас, ҡалған икеһендә еңеү байрам итте. Һуңғыһы бигерәк тә көсөргәнешле булды. Еңеүсене улар өсөнсө овертаймда ғына асыҡлай алды. 110-сы минутта ҡунаҡтар еңеү шайбаһын индерә. Был КХЛ тарихында рекорд та булып тора.