«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп



31.10.2019 Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

"Сибай ҡалаһында “Йөрәктән-йөрәккә” I асыҡ шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте.


Бәйгелә Әбйәлил, Баймаҡ, Мәсетле, Бөрйән, Илеш, Дыуан, Нуриман райондарынан, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһынан да ҡатнашырға теләк белдереп, һүҙ оҫталары видеояҙмаларын ебәргән. Хатта Севастополь ҡалаһындағы яҡташтарыбыҙ ҙа ситтә ҡалмаған.

Конкурсанттар араһында яңғыҙ ҙа, парлап та, коллектив менән дә сығыш яһаусылар бар ине. Тамашасылар Р. Түләктең “Яныу” поэмаһынан өҙөк уҡыусы Радик Өмөтҡужин менән Вадим Ғилмановтың сығышын көслө алҡыштарға күмде. Коллектив менән сығыш яһаусы “Һөйкөмлө ҡыҙҙар” төркөмө үҙенсәлекле уҡыуы менән айырылып торҙо. Тамашасы йәш башҡарыусы Тимур Байрамғоловтың да сығышын бик йылы ҡабул итте.

Әлбиттә, тамашаның иң тулҡынландырғыс өлөшө булып еңеүселәрҙе билдәләү торҙо. Шулай итеп, жюри ағазалары Гөлнара Ҡаҙарбаеваны (3-сө урын), Айгөл Бохарбаеваны (2-се урын) һәм Гөлкәй Хәсәнованы (1-се урын) иң-иңдәре тип тапты. Ә инде әсәле-ҡыҙлы Раушания һәм Азалия Хәзиевалар Гран-приға лайыҡ булды.

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеүсе был сара һуңғыһы булмаҫ тип ышанабыҙ. Киләсәктә лә һүҙ оҫтаһы булған яңынан-яңы таланттарҙы асырбыҙ әле", - тип яҙалар "Атайсал" гәзитенең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға