«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе



31.10.2019 Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

Республикабыҙҙа был билдәле ғаиләне, бигерәк тә уның башлығының эшмәкәрлеген белеп торабыҙ. Һәр саҡ һоҡландыра улар. Был юлы ла һынатманылар.

Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙыу күреп ҡалдым да
(Миндигафур Зайнетдинов
кисә 20:44
Төркиә!☀? "Халыҡ-ара ҡумыҙсылар" конкурсында ғаиләбеҙ менән ҡатнашыу! ✨✨✨Алға, Зәйнетдиновтар! Алға, Башҡортостан!), ииий, әлбиттә, ҙур еңеү менән ҡайтасаҡтар, тип үҙемсә алдан һығымта яһап та ҡуйҙым.

Тап шулай булып сыҡты ла!

Зәйнетдиновтар Төркиәнең Анталия ҡалаһында үткән Халыҡ-ара варган музыкаһы конкурс-фестивалендә ҡатнашып, еңеү яулаған.

Фотола күрәһегеҙҙер - ишле ғаиләнән һәр береһенең ҡулында диплом. Тимәк, күп еңеү! Эйе, улар алты диплом алған икән. Дүртәүһе - беренсе урын өсөн.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com. М. Зәйнетдиновтың шәхси сәхифәһенән.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға