«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан журналистары милли проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуын яҡтыртыу буйынса алдынғылар рәтендә



31.10.2019 Башҡортостан журналистары милли проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуын яҡтыртыу буйынса алдынғылар рәтендә

"Медиология" компанияһы сентябрь йомғаҡтарын тикшереп, милли проекттарҙы иң шәп яҡтыртыусы төбәктәрҙең исемлеген төҙөнө.

Беҙҙең республика рейтингта - өсөнсө урында. Был - беҙҙең киң мәғлүмәт сараларының тырышлығы.
Исемлектә иң тәүге булып Мәскәү тора. Икенсе урында - Краснодар крайы. Башҡортостан, әйткәнебеҙсә, өсөнсө.

Милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу эштәрен тырышып күрһәтеүсе ун төбәк араһында түбәндәгеләр: Приморье крайы, Түбәнге Новгород өлкәһе, Санкт-Петербург, Төмән өлкәһе, Татарстан, Мәскәү һәм Свердловск өлкәләре.

Ҡәҙерле ҡәләмдәштәр, коллегалар (журналистарға өндәшәбеҙ), ышанабыҙ, октябрҙә лә артта ҡалмағанбыҙҙыр. Артабан да көн тимәй, төн тимәй тырышайыҡ, позицияны юғалтырға ярамай.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға