«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Береһе, сепрәк, ти, икенсеһе - йәнлек...



30.10.2019 Береһе, сепрәк, ти, икенсеһе - йәнлек...

Гүзәл Ураҙова менән Фирдүс Тямаевтың видеоһын ил кимәлендә тикшерә башланылар.


Йырсылар хаҡында РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Хинштейн да яҙып, хатта: "Мрази", тип әрләгән.

Гүзәл рәсми хат яҙып, ғәфү үтенеп, видео төшөргән урынға яңынан барып, унда әлеге сепрәкте табып алған булды. Ә трассалағы елдең көслөлөгө! Ике көн буйы нисек осмай ятҡан ул унда, әйтәгүр!

Фирдүс тә был хәлде ҡуйырта: сәхифәһенә ҡуйған ролигында өҫтәл аҫтынан башын сығарып, бесәй булып ҡысҡыра, йәнәһе, барыһына ла ошо рәүешле яуап бирә. Тағы ғауғаға ҡарата мөнәсәбәтен белдереп, "Теҙләнер был, тип көтмәгеҙ!" тигән яңы йыр яҙҙырта.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был ике йырсы юлда ятҡан үләкһәнән (сепрәк киҫәгенән?) шәшлек тип, көлөп видео һалғайны.

Татарстандың атҡаҙанған һәм халыҡ артистарының был ҡыланышы тамашасылар араһында оло ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Ҡайһы берәүҙәр, үҙҙәре тапатҡан, күрәһең, тип
үк ғәйепләне.

Йырсыларҙы ғәфү итә алмай һаман тамашасы. Үҙ-үҙҙәренә пиар яһай торғас, бөтөнләй абруй төшөрөп ҡуйҙылар: береһе - сепрәк, икенсеһе йәнлек, тип аҡланды...

P.S. В «1С:Предприятия» появляется сообщение «Обнаружено нарушение целостности системы» или "Аварийное завершение работы".





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Инстаграм.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға