«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бушҡа ашатып сығарған өсөн "рәхмәт" әйткән



30.10.2019 Бушҡа ашатып сығарған өсөн "рәхмәт" әйткән

Эскелек нимә генә эшләтмәй әҙәм балаһын.

Салауат районына был ир үткенсе автомобилдәргә ултырып килеп етә. Юл буйындағы кафела ашап алырға була. Аҡсаһыҙ мосафирҙы кафе хеҙмәткәрҙәре йәлләп бушлай ашатып сығара. Ир сығып китә лә, бер аҙҙан эскән килеш ашханаға килеп инә. Иҫеректе ҡыуып сығаралар. Ул аптырап тормай, кафеның микроавтобусын урлап ҡаса. 15 км барғас, юлдан ситкә төшөп китә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре автомобилде алып китеүсене тотоп, административ эш ҡуҙғата. 12 тәүлек ултырып сыға.
Салауат районының Урмансы ауылынан булған был ир күптән түгел генә уғрылыҡ өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡан булған.
«Тимер рәшәткә»ләр артында булып сығыу ҙа аҙ ғына булһа ла һабаҡ бирмәгән икән…





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға