«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Интернет аша наркотик һатһаң…



30.10.2019 Интернет аша наркотик һатһаң…


РФ Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә наркотиктарҙы интернет селтәрендә пропагандалаған өсөн Енәйәт кодексында ҡаралған язаны ҡәтғиләштерергә ҡушты. Йәштәр араһында профилактик саралар алып барыу, наркомандарҙы реабилитациялау ҙа көсәйтеләсәк.
«Наркотиктар менән сауҙа итеүгә етди көрәшергә кәрәк», – тигән ул.
Беҙҙең илдә интернет селтәрендә генә «аҡ үлем»де пропагандалаған 6,5 мең сайт теркәлгән. Күп йәштәр был ыуҙы ошо ресурстар аша һатып ала.
Өфөнөң Калинин районы прокуратураһы социаль селтәрҙәрҙә наркотик матдәләрҙе һатыу тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылған 72 сайт тапҡан. Улар Роскомнадзорға мәғлүмәттәрҙе тыйылған тип һанауҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Наркотиктар менән сауҙа ойошторолған 47 интернет-сайт ябылған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға