«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниңә үҫмерҙәр балалар майҙансығын ватырға ярата?



29.10.2019 Ниңә үҫмерҙәр балалар майҙансығын ватырға ярата?

Салауат ҡалаһында балалар майҙансығында “уйнаған” үҫмерҙәргә ҡаршы сыҡҡандар.


Бәүелсәктә бәүелеп, башҡа уйын тренажерҙарында күңел асырға яратҡан әзмәүерҙәй үҫмерҙәр ҡайһы ваҡытта бәләкәстәргә урын да бирмәй. Хатта өркөтөп-ҡурҡытып ебәрергә лә күп һорамай.

Бер йортта йәшәүселәр ошондай егет-ҡыҙҙарға ҡаршы көрәш асҡан. “Улар беҙҙең майҙансыҡта уйнап ҡына ҡалмай, вандалдар кеүек ҡылана! Майҙансыҡ ҙурҙар өсөн түгел, футбол уйнау, турникта күтәрелеү урынына, бында маймыл шикелле ҡыланып, ырғып, һикереп, конструкциялар өҫтөнә менеп күңел аса. Ә бит конструкциялар бәләкәстәр өсөн яһалған, бер ҙә улар өсөн түгел!” – тип ата-әсәләр балалар майҙансығын “яратҡан” ҙур балаларҙы видеоға төшөрә, үҙ көсө менән ҡыуа, суд менән ҡурҡыта башлаған.

Әлбиттә, уйын майҙансыҡтарында йәште сикләү юҡ. Мәҫәлән, үҫмер ҡыҙ бәүелсәктә донъяһын онотоп, күҙен йомоп бәүелә, ә уның тирәләй 3-6 йәшлек балалар сиратҡа теҙелгән икән, был осраҡта өндәшмәй тороп ҡалып булмайҙыр.

Ауыл ерендә лә балаларҙың яратҡан уйын майҙансыҡтарын төнгө урам хужалары емерә, ҡыра. Бигерәк тә, клуб янында урынлашҡандар тиҙ арала эшлектән сығып бөттө. Был нилектән улай килеп сыға икән - бала сағында бындай майҙансыҡ күрмәгәнлектән, әллә башҡаһы?..





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға