«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Маршрут автобустары мутлашыу юлын уйлап тапты



29.10.2019 Маршрут автобустары мутлашыу юлын уйлап тапты

Баш ҡала таксистары пассажирҙарҙың ҡулаҡсаһы өсөн көрәште дауам итә.


Юл хаҡы өсөн түләүҙе бер күләмдә билдәләгәс, ҡайһы берәүҙәр махсус рәүештә ҡулаҡса өсөн ташлама индерә башланы. Йәғни, карта менән иҫәпләшһәң, юл хаҡы 25 һум буласаҡ, ә “тере” аҡса менән – 20 тәңкә. Уларҙың хәйләле алымына ҡаршы республика етәкселеге ниндәй сикләү индерер икән?


Ә дәүләт предприятиеһы “Башавтотранс”, киреһенсә, “Алға” картаһы менән иҫәпләшеүселәрҙе хуплай. Был автобустарҙа ҡулаҡса менән түләгән осраҡта юл хаҡы 5 һумға ҡыйбатыраҡ килеп сыға.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға