29.10.2019 Владимир Путин Европа илдәре башлыҡтарын Сочиҙағы етди һөйләшеү йомғаҡтары менән таныштыра
Рәсәй Президенты Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркель менән телефондан һөйләште.
Шулай кәрәктер инде, күрәһең. 22 октябрҙә Сочиҙа Владимир Путин менән Төркиә Президенты Рәжәп Тайып Эрдогандың бик оҙаҡ аралашыу һөҙөмтәһендә меморандум ҡабул ителгәйне. Унда һүҙ Сүриә темаһына ҡағылышлы булды.
Бына ошо сара хаҡында Рәсәй Президенты Франция лидерына һөйләне (телефон аша). Хәҙер сират - Германия канцлерында. Ангела Меркель Путинды бик ентекле тыңлаған, тиҙәр.
Тиҙҙән, теүәлерәге иртәгә үк, Женевала Конституция комитеты эш башлай. Әлеге "Сочи меморандумы" ла ошо сарала телгә алынасаҡ икән.
Әйткәндәй, кисә генә Брюсселдә сираттағы тапҡыр Рәсәй - Евросоюз - Украина министрлыҡтары консультацияһы үтте. Унда Украина аша Европаға Рәсәйҙән газ сығарыуға бәйле фекер алышынды. Ошо йылдың аҙағында украина менән төҙөлгән контракттың мөҙҙәте бөтә. Беләһегеҙ, был дәүләт менән ара бигүк йылы түгел.