«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Юлда үле хайуан түгел, ә сепрәк ята ине!"



28.10.2019 "Юлда үле хайуан түгел, ә сепрәк ята ине!"

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Ураҙова менән йырсы Фирдүс Тямаевтың трассалағы осрашыу видеоһы бөгөн социаль селтәрҙәрҙә иң популяр тема булғандыр.


Улар, икәүләп, тапалған бесәйгә оҡшап ятҡан әйберҙән көлә.

- Шешлеккә өлгөрмәнек, - тип төртөп күрһәтә Гүзәл.

- Эх, ашайһы килә! - тип хуплай Фирдүс.

Был видео, ҡулланыусыларҙың кире фекерҙәренән һуң, оҙаҡ торманы, сәхифәнән алынды.

Кискә ҡарай Гүзәл, резонанс тыуҙырған ролик буйынса мөрәжәғәт итеүселәргә рәсми хат менән яуап бирҙе.

"Мәсетле районында, трассала, осраҡлы рәүештә Фирдүс Тямаевты күреп, юлда ятҡан сепрәкте шешлек итергә ине, тип уның менән көлөшөп алдыҡ. Был корректлы булмаған видео өсөн ғәфү үтенәм.

Мин күп балалы әсә. Хайуандарҙы яратам, өйҙә тотҡан йәнлектәребеҙ ҙә бар. Балаларымда дүрт аяҡлы йән эйәләренә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә тырышам. Ғаилә менән хәйриә эшмәкәрлеген алып барабыҙ. Минеңсә, һәләк булған йәнлектән көлөү кешелекһеҙлек. Был роликтан һуң үҙемдең адресыма бик күп әр, ҡарғыш ҡабул итергә мәжбүр булдым. Кешеләр, хәлдең айышына төшөнмәйенсә, миңә һәм ғаиләмә үлем теләне", - тип яҙған йырсы.

Гүзәлдең рәсми вәкиле, ғәйепләү өсөн урын юҡ, әгәр ҙә артистарҙы кәмһетеү дауам итһә, беҙ судҡа мөрәжәғәт итергә йыйынабыҙ. Шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларын да яуапҡа тарттырасаҡбыҙ, тип өҫтәй юрист.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға