«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәйҙә яман шеш диагностикаһының уртаса йәшен билдәләгәндәр



28.10.2019 Рәсәйҙә яман шеш диагностикаһының уртаса йәшен билдәләгәндәр

Илебеҙҙең медицина ойошмаларында яман шеште асыҡлауҙың уртаса йәше 64,5 йыл тәшкил итә. Рәсәй клиник онкология йәмғиәтендә шундай мәғлүмәт яңғыраған. Ир-ат өсөн онкоауырыуҙарҙы диагностикалауҙың уртаса йәше – 64, 9, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 64, 2

Шул уҡ ваҡытта уҙған ун йылдағы күрһәткестең үҙгәреүе күҙәтелә. 2008 йылда яман сир менән ауырып китеүсе ир-аттың уртаса йәше – 63,8, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы – 63,3 булған. Шулай уҡ 60 һәм унан да өлкәнрәк йәштәге төркөмдәрҙә ир-ат араһында ауырыуҙарҙың – 71, 3, ҡатын-ҡыҙҙар араһында 65,8 процент осрағы асыҡланыуы тураһында әйтелә.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға