«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баланы тапаған ҡатын иректә йөрөмәйәсәк



28.10.2019 Баланы тапаған ҡатын иректә йөрөмәйәсәк

Быйыл май аҙағында Өфөлә "Мир" фирмаһы" туҡталышы эргәһендә, Бессонов урамына боролған урында, "Nissan X-Trail" автомобилендә 34 йәшлек ҡатын күрмәй, светофорҙың йәшел утына велосипедта ашығып сығып барған 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһын тапатҡайны. 10 йәшлек малай алған йәрәхәттәренән шунда уҡ йән бирҙе.
Суд водителде өс йыл һынау ваҡыты менән ике йылға шартлы рәүештә хөкөм итеү һәм унан баланың ата- әсәһенә 500 мең һум әхлаҡи зыянды ҡаплатыу тураһында ҡарар сығарҙы. Прокуратура был ҡарар менән риза булмай уны кире ҡаҡты . Республиканың Юғары суды ғәйепләнеүсе ҡатынды ике йылға колония- поселениеға ебәрергә хөкөм иткән.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: ЮХХДИ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға