«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Һеңлекәш" фильмы: кадр артында ниҙәр бар?



28.10.2019 "Һеңлекәш" фильмы: кадр артында ниҙәр бар?

Режиссер Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибин әйтеүенсә, ул тәүге тапҡыр Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәре менән 10 йәшлек сағында танышҡан.

Фильмды төшөргәндә тәү сиратта повестың асылын һаҡларға, балаларҙың тойғоларын, уйҙарын әйтеп бирергә тырышҡан.

Уның фекеренсә, бөгөн Рәсәй кинематографияһында милли фильмдарға иғтибар юғалған.

"Башҡорт теле шул тиклем аһәңле, матур, иғтибарлап тыңлаһаң, тәржемәһеҙ ҙә нимә хаҡта һүҙ барғанын белергә була", - ти һөйләй режиссер. Видеола был киноны төшөргәндә ниндәй үҙенсәлектәргә юлығыуы хаҡында режиссерҙың командаһы ла һөйләй.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға